Дөйә үҙ кәкереһен белмәй Уйламай, ти дөйә бер ҡасан да – Үҙен тиеп шулай кәкере Изгелектәр бик тиҙ онотола- Насарлыҡтың оҙон хәтере! Шәп сағыңда дуҫтар күп булһа ла Маҡтағандар төкөрөк ағыҙып Ни файҙа һуң улар күплегенән Ауыр саҡта ҡалһаң яңғыҙың! Түрәләрҙең дуҫтар күп була ул – Маҡтағандар, күккә күтәреп Ҡолаҡ ҡаҡһа әгәр вазифанан – Үҙ янында күрмәҫ күптәрен! Һаулыҡ ҡәҙерен ауырыған белә, Ә байлыҡтың – ҡалғас ярлыға Иҫкә төшә ауыр саҡта ғына Ете күктә хоҙай барлығы! Бәхет хаҡын бәхетһеҙҙәр аңлай, Ябай хәлен белмәй түрәләр Елдергәндә затлы машинала – Тәҙерә аша тормош күрәләр! Һынала ул кеше байлығында, Һынала ул кеше һөйөүҙә Ни фәтеүә – әйтер һүҙең әйтмәй Тик кеҫәлә йоҙроҡ төйөүҙә! Ғүмер буйы кемдер мөлкәт йыя – Маҡтанырға кеше алдында Аңламайса : ғүмер бары берәү Барыһы ла тороп ҡалғанды! Кешеләргә яҡты йөҙөң булһын Артыҡ түгел һис тә түҙем дә Һаулыҡ өсөн- күңел тыныслығың Ҡояш көлһөн ғүмер күгеңдә! Маһайма ла һине ярата, тип Артта йәрҙәр тағы барында Яҙҙар еткәс хатта умырзая Сыға аҫтан тишеп ҡарын да! Ҡайғырма ла кеше ғәйбәтенә – Һөйләп арырҙар ҙа туҡтарҙар Күңелеңдә һәр саҡ һиллек булһын – Көйөп бармаҫ кәрәк юҡ – барға! Шатлыҡ килһә, артыҡ шапырынма Бәхет килһә, болғап ҡулыңды Уйлар кәрәк юлға сыҡмаҫ борон Нисек кире ҡайтыр юлыңды!

Теги других блогов: Дөйә үҙ кәкере Насарлыҡ