Һалдат йыры Әсәйем менән һөйләшәм Һаумы, әсәй! Хәлең нисек? Мин һиңә шылтыратам Хәлдәрем дә арыу ғына – Бер көйө йөрөп ятам! Оҙаҡ бармаҫ – туҡтар һуғыш Етәр ҙә ҡырыйына Юҡ, юҡ, әсәй, ҡурҡыныс юҡ! Шул уҡ ил –Украина! Юҡ,юҡ, әсәй, ҡурҡыныс юҡ! – Шул уҡ ил – Украина! Һеҙҙең хәлдәр нисек унда? – Төшөмдә күрҙем һеҙҙе! Һеңлекәшем нисек уҡый? Бик тә һағындым үҙен! Һеңлекәшем нисек уҡый? Бик тә һағындым үҙен! Юҡ, әсәй, юҡ – алдамайым – Бында бары ла һәйбәт! Һалдаттар күп үлә тиҙәр? – Ышанма быға – ғәйбәт Һалдаттар күп үлә, тиҙәр? – Ышанма быға – ғәйбәт! Әсә тыңлай – күҙе йәшле – Нимәлер һиҙә күңел! Ҡапыл ғына төшөнмәй ул – Нимә ысын – нимә түгел! Ҡапыл ғына төшөнмәй ул – Нимә ысын – нимә түгел! Әсә теләй теләктәрен – Таңдарым тыныс атһын! Туҡтаһын тиҙерәк һуғыш, Улым яныма ҡайтһын! Туҡтаһын тиҙерәк һуғыш – Улым яныма ҡайтһын! Туҡтаһын тиҙерәк һуғыш – Баҫылһын күңел ыҙам! Имен – һау ҡайтһын балам – Кәрәкмәй орден – миҙал! Имен – һау ҡайтһын балам – Кәрәкмәй орден – миҙал!

Теги других блогов: Украина әсәй Һалдат йыры